Для подтверждения авторства введите
e-mail, указанный при добавлении материала.
На этот адрес электронной почты будет отправлена ссылка для редактирования

конспект урока Международный День родного языка

“Ерҙә һәр тел – ғүмер буйы йыйған

Бөйөк хазинаһы халыҡтың”

М.Ямалетдинов.

Маҡсат:

 1.Халыҡ - ара туған тел көнө тураһында мәғлүмәт биреү;

2.Туған тел, туған телде һаҡлау тураһында фекер алышыу;

3.Йәш быуында илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:

  • Сәхнә биҙәлеше:

Башҡортостандың картаhы, тәбиғәт күренештәре   hүрәттәре;    

  • Фойе биҙәлеше:яңы сыҡҡан китаптар күргәҙмәhе;

Стенд: “Туған тел – халҡыбыҙҙың беҙгә аманат иткән теләге”

Ғ.Хөсәйенов

(Сәхнә артында ҡурай моңо яңғырай.)

 1-се алып барыусы:

Әсәм теле миңә - сәсән теле,

Унан башҡа минең халҡым юҡ,

Йөрәгендә халҡы булмағандың

Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

 

2-се алып барыусы:

Туған тел - белем асҡысым,

Киң юлдар астың миңә.

Тыуған ил, туған тел бирҙең,

Рәхмәт әйтәмен hиңә.

Китапханасы  һүҙе:  

Һәр халыҡтың тыуып үҫкән ере, иле булған кеүек,ғәзиз хазинаhы - әсә теле бар. Был хаҡта халыҡта «Иле-юҡтың көнө юҡ, теле юҡтың йүне юҡ» тип әйтелә.  ЮНЕСКО тәҡдиме менән 1999 йылдан алып  21 февраль – Халыҡ - ара туған телдәр көнө тип иғлан ителгән.

Туғaн тел... Кеше тәү мәртәбә ошо телдә - «әсәй», «атай»hүҙҙәрен әйтә. Ошо тел ярҙамында үҙенең тирә-яғындағы төрлө төшөнсәләр, атамалар менән таныша, кешеләр менән аралаша. Әхлаҡ төшөнсәләрен әсә телендә  аңына  hеңдерә, күңеленә  һала. Туған теле арҡаһында ул үҙ халҡының күңел хазинаһын – илаһи йырҙарын, мөғжизәле әкиәттәрен, тәрән аҡыллы мәҡәл-әйтемдәрен, серле йомаҡтарын белеү бәхетенә ирешә.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Р. Ниғмәти үҙенең бала сағы хаҡында  бына нимә тип яҙған:

«Ми­нең атайымдың эсе тулы  хазина булып сыҡты: ул  бик күп әкиәт белә ине. Йәйге кистәрҙә -  өй эргәhендә, ҡышҡы кистәрҙә - урындыҡҡа теҙелеп, беҙ атайымдың бер ваҡытта ла туйҙырмай торған әкиәттәрен сәғәттәр буйы тыңлай торғайныҡ».

         «Халыҡтың телендә уның бар тари­хы сағыла,» - тип әйткән рус филологы, академик Федор Буслаев. Туған тел кешегә үҙ языусыларының әҫәрҙәрен еткерә, композиторзарының опера­ларын ишеттерә. Туған тел кешенең белемле, аҡыллы, йыйнаҡ фекерле, тотанаҡлы, ғилем донъяhына ынты­лыусан итеп тәрбиәләй. Кешенең үҙ иленең патриоты, үҙ  халҡының  традицияларына тоғро булыуы ла туған телгә бәйләнгән. Туған телендә иркен hөйләшә белеү үҙ аллы фекерләргә генә түгел, юғары культураға  ла эйә булырға ярҙам итә.

               Донъяла хәзер 3 меңгә яҡын тел барлығы билдәле. Тимәк, кешеләр 3 мең төрлө телдә hөйләшә, аралаша. Ошо телдәрҙә hөйләшкән халыҡтарҙың hаны ла бик төрлө. Әйтәйек, ҡытай,  hинд, инглиз, рус, япон телдәрендә йөҙәр миллион кеше hөйләшә. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең илдә йәшәгән ненец, эскимос hәм башҡа халыҡтарҙың hаны бер нисә мең генә. Беҙҙең өсөн, баш­ҡорттар өсөн, башҡорт теле туған тел   hанала. Был телдә бөгөн миллиондан артыҡ кеше hөйләшә.

               Хәҙерге башҡорт теле - hәp яҡлап үҫешкән телдәрҙең береhе. Туған телдә халыҡтың тормошо hәм уның  Тыуған илгә булған ҡайнар мөхәббәте сағыла.

Үҙешмәкәр композитор М.Сәлимовтың Р.Шәкүр һүҙҙәренә яҙылған «Ерем, илем, телем» йыры

1-се алып барыусы:

Башҡорт халҡы матур ғүмер итә

Ағиҙелдә, Тыуған илендә.

Һайрашып ул тарих күкрәгенән

Урғып сыҡҡан туған телендә.

                                 Башҡорт теле күркәм –

                                                             Һаҡмарҙарҙа

                                 Көлөмһөрәп атҡан таң һымаҡ,

                                 Башҡорт теле ғорур –

                                                             Ҡаялары

                                 Күккә ашҡан Уралтау һымаҡ.

2-се алып барыусы:

 Ҡурайҙарҙан моң һәм аһәң алған,

Ҡанат алған шоңҡар ҡоштан ул.

Салауаттың талмаҫ толпарында

Ирек даулап алға осҡан ул !..

                                          Ағиҙелдең ҡыйғыр бөркөттәрен

                                 Fорурлығы иткән Кутузов...

                                 Башҡорт теле күргән Париждарҙы,

                                 Походтарҙа оҙон юл уҙып...

1-се алып барыусы:

Ыласын ҡошмо әллә туған телем -

Урал ҡаяларын төйәк иткән?

Ҡарурманмы әллә туған телем -

Ел ҡағылған hайын сыңлап киткән?

2-се алып барыусы:

Минең телем – тыуған ерем,

Әсәм  тауышы,

Халҡымдың бай хазинаhы -

Таҙа намыҫы!

Б. Бикбайҙың «Туған тел» шиғыры. (уҡыусы һөйләй)

1-се алып барыусы:

Ике башҡорт hөйләй башҡа телдә,

Миңә генә, бәлки, сәйерҙер.

Әсәм теле - иң ҡәҙерле телдер,

Иң ғәзизе - тыуған был  ерҙер…

                       Һандуғастар матур hары талда,

                       Сәскә гүзәл тыуған ерендә.

                       Ниндәй сәйер булыр ине донъя

                                                    Һандуғастар

                       Йыр йырлаhа кәкүк телендә…

2-се алып барыусы:

Эй, туған тел! Ниндәй ҡөҙрәтлеheң hин! Гүзәлhең, күркәмhең, йыйнаҡһың,  hин байhың, ҡеүәтлеhең,  мәргәнhең!  Шуға ла халыҡ ил ағаhы булған сәсәндәрҙең ялҡынлы тапҡыр hүҙен яу ҡыйыр булат ҡылыс үткерлеге менән сағыштырған да инде.

Китапханасы: Ә хәҙер тел тураhында мәҡәлдәр hәм әйтемдәрҙе иҫкә төшөрәйек.

Аҡыл - ҡаҙна, күңел - йоҙаҡ, тел - асҡыс.

                       Тел -- күңел көзгөhө.

                                                    Телдәр  белгән - илдәр белгән.

Тура юлды тел табыр.

                       Туған тел  - халыҡ теле.

                                                    Бер ауыҙға - ике тел һыя.

Теле барҙың  - юлы бар.

                       Иле барҙың - теле бар.

                                                    Тел ҡылыстан да үткер.

1-се алып барыусы:

Яҙмышыбыҙ –тел яҙмышы,

Беләм уның хаҡында:

Әгәр телем йәшәй икән,

Йәшәйәсәк халҡым да.

                                 (И.Кинйәбулатов)

2-се алып барыусы:

Әйҙә юлдар алыҫ алып китһен,

Мин барыбер тыуған илемдә.

Тыуған илгә булған һөйөүемде

Әйтермен тик туған телемдә.

                                 (Р.Назаров)

1-се алып барыусы:

 Үҙ әсә  телем – минең өсөн матур, иң тәмле тел,

Үҙ телем – үҙ  байлығым булғаны өсөн ярата күңел.

Һүҙ китапханасыға бирелә. Ул балалар өсөн башҡорт телендә сыҡҡан әҫәрҙәргә күҙәтеү яһай.

1-се алып барыусы:

Донъяла киңлек етерлек.

Ер йөҙө бай һәм бөйөк.

Туған телде өйрәнәбеҙ

Беҙ шулай күңел биреп.

2- се алып барыусы:

Ҡылды ҡырҡҡа ярған сәсән теле

Туя алмаҫ һине маҡтауҙан.

Тыуған илем - минең әсәм теле,

Ҡыйырһытмам heҙҙе яттарҙан.

Эй туған тел - тәрән диңгеҙ,

Сумhаң да буйлап була.

Ул ҡурайҙа бар донъяның

Моңдарын уйнап була.

 Р. Бикбаевтың «Халҡыма хат» поэмаhынан  өзөктө  уҡыусы һөйләй.

Башҡорт  теле  уҡытыусыһы   Р. Fариповтың «Аманат» ҡобайырын hөйләй.

Йомғаҡлау

Китапханасы:

-Данлы ерҙең, ғәзиз ерҙең

Улы булып  тыуған көнөм,

Рәхмәт hиңә!

Йыр булырлыҡ һүҙҙәр биргән

Матур телем, туған телем,

Рәхмәт hиңә,

минең телем! 

Һау  булығыҙ!

Раздел: Материалы на образовательную тематику
Автор:
Учитель башкирского языка и литературы МОБУ "СОШ №1"г.СИБАЙ Республики Башкортостан
Соавтор: нет
Дата публикации: 13.07.2018
© При использовании материала ссылка на автора и сайт обязательна!
  Получить выходные данные
  Внести правки в свой материал

 Выходные данные (библиографическая ссылка):

Насырова И. Б. Международный День родного языка // Международный каталог для учителей, преподавателей и студентов «Конспекты уроков» // URL: https://xn----dtbhtbbrhebfpirq0k.xn--p1ai/other/varia/file/60259-mezhdunarodnyj-den-rodnogo-yazyka (дата обращения: 23.11.2024)
  Скачать сертификат о публикации
  Скачать сертификат соавтора
  Заказать рецензию на публикацию